+17 °С
Дождь
VKOKМакс

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» конкурсына үҙемдең синыфташым тураһында яҙғым килә. Гүзәл Ғәбделхаҡова - Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы.

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре""Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"
"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

Беҙ уның менән балалар баҡсаһынан алып бергәбеҙ. Үҙенең моңло итеп йырлауы, шиғырҙарҙы тасуири уҡыуы менән башҡаларҙан айырылып тора ул. Биш йыл музыка мәктәбендә уҡып, фортепьяно синыфын тамамланы. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик «бишле»гә өлгәшә. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бик күп конкурстарҙа, фәнни-тикшереү эштәрендә әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр , призлы урындар яулаған әхирәтемдең диплом, грамоталары һанап бөткөһөҙ. Уның Тыуған илгә, телгә, дуҫлыҡҡа, арҙаҡлы шәхестәргә бағышлап ижад иткән шиғырҙары ла бихисап. 2019 йылдан алып, Илеш районы хакимиәте стипендиаты. Ике йыл рәттән Өфө дәүләт нефть техник университетының грантына лайыҡ булды.

Гүзәлдең үҙе, эше генә түгел, эске донъяһы ла бик матур. Ул ихлас, кешелекле, эскерһеҙ, саф һәм киң күңелле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл.

 Әхирәтем - ата-әсәһенең дә алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Йәй көндәрендә умарталыҡта атаһының уң ҡулы. 2020 йылда умартасылыҡ буйынса фәнни-эҙләнеү эше менән Бөтә Рәсәй кимәлендә балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсияһы үҙәгендә, ZOOM   системаһы аша сығыш яһап, дипломант булды.

Әсәһенә оҡшап, бешеренергә лә бик оҫта. Уның торттары, ҡамыр аштары телеңде йоторлоҡ була.

 Әхирәтемдең уңыштарын күреп һөйөнәм. Киләсәктә тормошта үҙ урынын табып, бәхетле булыуын теләйем.

Ләйлә ЯЛАЛОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас