+18 °С
Дождь
VKOKTelegram

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

Был бәйге хаҡында ишеткәс тә, һеңлем Регина мотлаҡ унда ҡатнашырға тейеш, тип уйланым. Сөнки ул бик шәп ҡыҙ!

Регина Ғүмәрова – Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге мәктәптең V синыф уҡыусыһы. Тик «бишле»гә генә өлгәшә, матур итеп йырлай, бейей, гимнастика менән дә шөғөлләнә. Сәнғәт мәктәбенең фортепьяно синыфын тамамланы, хәҙер рәсем төшөрөү буйынса уҡыуын дауам итә. Пластилиндан төрлө йәнлектәр әүәләй, ырғаҡ менән бәйләй, спорт менән дә дуҫ. Саңғы шыуырға ярата, ярыштарҙа призлы урындар яулай.

Туғандар менән шахмат уйнарға әүәҫбеҙ. Һәр ял һайын йыйылышып турнир үткәреү – ғаиләбеҙҙең матур йолаһына әйләнде. Шуға ла ялдарҙы көтөп алабыҙ. Регина малайҙар араһында бер-бөртөк ҡыҙ ғына булһа ла, һынатмай. Йыш ҡына танауыбыҙға сиртеп, еңеп сыға. Бына шундай сәмле ҡыҙ ул минең һеңлем!

Синыфтарында Регинанан башҡа бер сара ла үтмәй тиерлек. Һәр ваҡыт әүҙем.

Шундай уңған, һәләтле, тырыш һеңлем булыуына ғорурланам, уны һаҡларға, яҡларға һәр саҡ әҙермен.

Ильяс СӘРҮӘРОВ.

Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас