

Бигерәк тә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, химия дәрестәрен көтөп ала. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, көсөн һынап ҡарай. Мәктәп уҡыусыларының Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле, йәмғиәт фәндәре буйынса призёр булды, "Йәш техник" район бәйгеһендә I урын яуланы.
Һәр эшкә яуаплы ҡараған, тырыш, уңған уҡыусым - бар яҡтан да килгән ҡыҙ. Әсәһенә оҡшап, моңло итеп йырлай, уның сығыштары - һәр сараның биҙәге. Ҡул эшенә лә оҫта. Ырғаҡ менән бәйләгән ултырғыс япмалары күҙҙең яуын алырлыҡ. Спорт менән бәләкәйҙән дуҫ. Ҡышын саңғы шыуа, йәйен көн дә иртәнсәк йүгереү менән шөғөлләнә. Был инде уның ғәҙәтенә әйләнгән. Мәктәп, район ярыштарында ла ҡатнаша.
Ярҙамсыл, кешелекле, итәғәтле ҡыҙҙың дуҫтары ла күп, синыфташтары үҙен хөрмәт итә.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Гөлсибәр - өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Ҡул ҡаушырып тик ултырырға һис кенә лә яратмай ул. Ышаныслы аҙымдар менән маҡсатына ҡыйыу атлаған Гөлсибәр Яманғолованың илебеҙгә һис шикһеҙ кәрәкле кеше булып үҫеренә ышанам. Сөнки Һомай нәҫеленән булған ҡыҙҙың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
Рүзилә ДӘҮЛӘТҠУЖИНА,
уҡытыусы.
Бөрйән районы, Тимер мәктәбе.