+24 °С
Ясно
VKOKМакс

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

Баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ, аҡыллы ҡараш, эске рухи байлыҡ кеүек башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас иң күркәм һыҙаттарҙы үҙенә йыйған Ынйы Ғәбдрәхимова -  Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы.

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре""Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"
"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

Тырышлыҡты, уңғанлыҡты юлдаш иткән ҡыҙ - уҡыу алдынғыһы ла. Төрлө бәйгеләрҙә  ихлас ҡатнашып, мәктәбебеҙ данын яҡлай. Еңеүҙәре лә бихисап. «Асыҡ ҡараш» социаль рекламалар бәйгеһендә,  «Мостай Кәрим уҡыуҙары»,  «Тыл эшсәндәре еңеүҙе хеҙмәт менән яулаған» патриотик акция сиктәрендә  «Онотолмай торған тарих» проекты менән районыбыҙҙа призлы урындар яуланы. Бөйөк Еңеүгә арналған   «Хәтерләйем! Ғорурланам!» халыҡ-ара ижади бәйгеһендә I  урынға, «Минең нәҫелем – Ватан һаҡсылары» республика ижади бәйгеһендә үҙе яҙған шиғыры менән II  урынға лайыҡ булды.

Исеме есеменә тап килеп тора үҙенең. Ынйы сәскәһеләй наҙлы ла, һылыу ҙа, күркәм холоҡло ла. Күңелендә бары тик матур уйҙар, яҡты хыялдар йөрөткән Ынйы бәләкәйҙән матурлыҡҡа ғашиҡ. Был уның рәсемдәрендә сағылыш таба. Эйе, оҫта һүрәт төшөрөүе менән күптәрҙе һоҡландыра ул. Райондағы һынлы сәнғәт мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланы. Йәш рәссамдар араһында ойошторолған төрлө район,республика конкурстарында һүрәттәре һәр саҡ еңеүҙәр яулай.  

Буш ваҡыты килеп сығыу менән ҡулына китап ала Ынйы. Уҡырға шул тиклем ярата.Видеороликтар, видеофильмдар төшөрөү менән дә мауыға, уларҙы монтажлау серҙәренә төшөнә, компьютер дизайны нигеҙҙәрен өйрәнә. Быларҙың иһә  төрлө бәйгеләргә әҙерләнгән саҡта ярҙамы ҙур.

Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, төплө фекер йөрөткән, маҡсатына ынтылыусан, рухлы, һылыу башҡорт ҡыҙын был бәйгенең еңеүсеһе итеп күрәм. Һомай нәҫеленән булған ҡыҙҙар тап беҙҙең Ынйы кеүек булырға тейеш тә!

Сәлимә ЗАКИРОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас