

Уҡыу алдынғыһы ул. Әҙәби китаптар уҡырға яратыуы менән хәҙерге заман балаларынан айырылып тора. Шахмат уйнау, пластилиндан, балсыҡтан төрлө һындар әүәләү – яратҡан шөғөлдәре. Үҙен физик яҡтан сыныҡтырып, көслө булып үҫеү өсөн «Көрәш» секцияһына йөрөргә лә ваҡыт таба.
Исеме есеменә тура килеп тора Уралдың. Уға тап төшөрмәҫкә тырыша. Үҙен физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан үҫтереү өсөн дә күп көс һала. Әлбиттә, төрлө мауығыуҙары тик файҙаға ғына булып, киләсәктә үҙенә яҡшы һөнәр һайлар, тип ышанам. Ул бит Урал батыр тоҡомонан! Етмәһә, батыр исемен йөрөтә!
Регина ҒҮМӘРОВА.
Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.