+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

«Йәншишмә» гәзитендә «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» исемле бәйгене күргәс тә китапханабыҙҙың әүҙем китап уҡыусыһы, барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнаусы Лениза Мәғәнәүиева күҙ алдына килде. Ысынлап та, был бәйгелә ҡатнашырға лайыҡлы ул.

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре""Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"
"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре"

Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның VII «Б» синыфында белем ала. Яратҡан дәрестәре- башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология, рәсем. Ошо фәндәр буйынса өҫтәмә белем алыу өсөн китаптар уҡый, китапханаға йыш йөрөй. Тағы ла уның ҡыҙҙар ғына хас шөғөлө бар. Ул тегергә, бәйләргә ярата. Хатта район буйынса олимпиадала ла 1-се урын алды. Ошо еңеүенән һуң ҡул эштәре менән ныҡлап шөғөлләнә башланы. Киләсәктә үҙенә күлдәк тегеп кейергә хыяллана.
 Лениза район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән бейеү түңәрәгендә лә ихлас шөғөлләнә. Концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Ленизаның был бәйгелә лә һынатмаҫ, уға бар тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

Наилә СӘРҮӘРОВА,

 моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.

Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас