

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән туғыҙ ҡыҙ һәм егет хаҡында хәбәрҙәр алып ҡыуандыҡ. Ә бөгөн махсус ҡушымта ярҙамында февраль айының еңеүселәре билдәле булды. Шулай итеп, егеттәр араһында 93 тауыш йыйып, Мәсетле районы Яуыш мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Инсаф Нәбиуллин еңеп сыҡты.Ҡыҙҙар араһында Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы Ынйы Ғәбдрәхимоваға етеүсе булманы. Ул 517 тауыш йыйыуға өлгәште! Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Бәйгенең шарты буйынса улар икенсе этапҡа үтә һәм «Йәншишмә» гәзитенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
Юлиә КИРӘЕВА.



