+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһе дауам итә!

Дуҫтар, бәйгенең йыл дауамында барасағы хаҡында онотмағанһығыҙҙыр. Һәр ай һайын ике еңеүсе билдәләнә. Февраль айында Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы Ынйы Ғәбдрәхимова менән Мәсетле районы Яңы Яуыш мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Инсаф Нәбиуллин еңеп сыҡты.

Ә бөгөн март айына старт бирәбеҙ. Һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу алдынғыһы булған башҡорт рухлы, уңған, тырыш ҡыҙҙар һәм егеттәр, моғайын, арағыҙҙа юҡ түгелдер. Улар хаҡында беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ. Күмәкләп ҡыуанайыҡ. Тик матур итеп төшөрөлгән, сифатлы фотоһүрәтен ебәрергә онотмағыҙ! Әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар! Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.

#МояХартия

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас