+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Уңыштары һанап бөткөһөҙ

   Минең геройым тап ана шул Һомай нәҫеленән булыуын иҫбат итеп торған бәләкәй генә бер ҡыҙ. Һүҙем - Баймаҡ районы Сосновка башланғыс мәктәбенең II синыф уҡыусыһы Дилбәр Фәритова хаҡында. Ата-әсәһенең яратҡан ҡыҙы, апаһының ышаныслы туғаны, дуҫы ул.

Дилбәр тик «биш”легә генә өлгәшә. Дәреслектәрҙән бирелгән эштәрҙе генә үтәп, туҡталып ҡалмай, һәр саҡ эҙләнә, өҫтәмә мәҫлүмәттәр алырға тырыша. Һәр саҡ ниндәйҙер шөғөл табып ҡына тора ул. Замана талабына ҡарата бар яҡтан да үҫешкән. Бик тырыш, зирәк, әүҙем Дилбәр йырларға, бейергә, әҙәби әҫәрҙәрҙе яттан һөйләргә, һүрәт төшөрөргә лә ярата.

Дилбәрҙең уңыштарын дәлилләүсе бик күп грамоталары, дипломдары бар.

V Бөтә Рәсәй интерактив-конкурсында «Уйынсыҡ» номинацияһы еңеүсеһе булды. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән бер нисә шиғыр һөйләү, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район бәйгеләрендә призлы урындар яуланы. Район балалар ижады онлайн-фестивалендә «Бейеү аэробикаһы» номинацияһында, «Бәхетле бала саҡ» район конкурсында «Хореография» номинацияһында бүләкләнде. СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин ижадына арналған «Минең бәләкәй туған ерем» исемле республика һүрәт төшөрөүселәр бәйгеһендә — I, Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған «Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» исемле халыҡ-ара әҙәби бәйгеһендә II урын алыуға өлгәште. «Һүрәт төшөрәм. Минең Рәсәй " республика һүрәт төшөрөүселәр бәйгеһендә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. «Мин әүҙем тормош яҡлы!» плакаттар конкурсында  III урынға сыҡты. Урыҫ теленән Бөтә Рәсәй Учи.ру онлайн-олимпиадаһында еңеүсе булды.

Бына шундай шәп ҡыҙ ул беҙҙең Дилбәр! Уңыштарын һанап бөтөрөрлөк түгел! Тыуған илгә һөйөү, көслө рух, башҡорт теленә битараф булмау, Башҡортостан еренең арҙаҡлы шәхестәрен данлау, тарихын, үткәнен өйрәнеү, сәнғәткә ынтылыш, үҙ иленең тоғро патриоты булыу сифаттары һыйған уның бәләкәй генә йөрәгенә.

Дилбәрҙең был бәйгелә лә һынатмаҫына ышанам, уға уңыштар теләйем!

Зәйтүнә РӘХМӘТУЛЛИНА, беренсе уҡытыусыһы.

Баймаҡ районы, Сосновка ауылы.

#МояХартия

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас