

Сабыйҙарын ҡулдарына алғас та, бәхетле, сәләмәт, аҡыллы, һылыу, уңған, итәғәтле булһын, тип теләгән ата-әсәһе. Аллаға шөкөр, был күркәм сифаттарҙың барыһына ла эйә ҡыҙыбыҙ. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: яҙмыш ҡына үҙенә мәрхәмәтһеҙ булды. Өс йәше лә тулып өлгөрмәйенсә һеңлеһе менән атай-әсәйһеҙ тороп ҡалдылар. Яҡындарыбыҙ фажиғәле рәүештә мәрхүм булғас, балаларҙы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алдыҡ, матур тәрбиә биреп, етемлек төҫө күрһәтмәй үҫтерергә тырыштыҡ. Хәҙер инде Диана Бүребай мәктәбенең X синыфында белем ала. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙыбыҙ инглиз теле, урыҫ теле, физкультура дәрестәрен үҙ итә. Мәктәптә үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай, төрлө ижади бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Опека органдары үткәргән конкурстарҙан да ситтә ҡалмай. Уңыштары ла етерлек.
Туғандары өсөн өҙөлөп торған ҡыҙыбыҙ ҡул эшенә лә оҫта, бешеренергә лә әүәҫ. Ул бешергән баллы торттар, пиццалар, булочкалар телеңде йоторолоҡ була. Ҡыҙҙарға ғына хас тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар. Ул – маникюр эшләү. Интернеттан төрлө оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, үҙ аллы өйрәнде был шөғөлгә. Оҫтарып алғас, аҡса ла эшләй башланы. Үҙенең кәрәк-яраҡтарына ярап ҡала. Күпселек әхирәттәренә, синыфташ, ауылдаш ҡыҙҙарға маникюр эшләй.
Яңыраҡ Диана районыбыҙҙа үткәрелгән «Һылыуҡай» бәйгеһендә лә ҡатнашты. Ҙур сәхнәлә тәүге тапҡыр сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һынатманы, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яуланы. Үҙенә әллә күпме тәжрибә алып, ҡанатланып ҡайтты был бәйгенән.
Киләсәктә яҡшы кеше булып, туған халҡына ярҙам итеү теләге менән янып йәшәгән ҡыҙыбыҙ полиция һөнәрен һайларға теләй.
Алдына ҡуйған маҡсаттарына ҡыйыу барған, ныҡышмал, тырыш, рухлы, шул уҡ ваҡытта хисле лә, нәзәкәтле лә булған Дианабыҙ был бәйгелә лә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ. Уға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Гөлсәсәк ҒӘНИЕВА.
Хәйбулла районы, Новоукраинка ауылы.