+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

Белорет ҡыҙы Камила Сәфәрғәлина 2009 йылдың 23 февралендә бәхетле студенттар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Ата-асәһе сессияға киткән саҡта өләсәһе ҡанаты аҫтында тороп ҡала. Кескәй сағынан уҡ оло йәштәге өләсәй,олатайҙарҙың нәсихәттәрен  тыңлап үҫкәнгәме, телгә зирәк, аҡыллы, баҫалҡы,изге күңелле, итәғәтле ул.

Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

Башланғыс синыфты Сермән ауылында тик "бишле"гә генә тамамлай. Шулай уҡ төрлө ижади бәйгеләрҙә, математика, урыҫ теле, башҡорт теле, инглиз теле аҙналыҡтарында ла ихлас ҡатнаша. Һүрәтте лә матур төшөрә, ҡул эшенә лә оҫта. Ауыл клубында үткәрелгән төрлө байрамдарҙы үҙенең матур йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән биҙәй. Бейеү, театр түңәрәктәренә лә яратып йөрөй. Йыл һайын уҙғарылған «Инйәр хазиналары» исемле район конкусында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә, «Кәкүк сәйе», «Еҙ үксә», «Һаумы, һаумы, әкиәт!» кеүек район бәйгеләрендә призлы урындарға лайыҡ була.

V синыфҡа еткәс, Камила уҡыуын Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында дауам итә. Бөгөн ул VI синыфта белем ала, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бәләкәйҙән әүҙем булған ҡыҙ гимназия тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Йыр-бейеү конкурстары булһынмы, спорт буйынса ярыштар үткәрелһенме, һәр береһендә үҙ көсөн һынап ҡарай. Баскетбол менән дә мауыға, командалары менән мәктәп, ҡала ярыштарында һәр саҡ призлы урындар яулайҙар. Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән математика, башҡорт теле, урыҫ теле олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, дипломдар менән бүләкләнде. "Рәшит Назаров уҡыуҙары"нда, Еңеү көнөнә бағышланған акцияларҙа, яратҡан яҙыусылары Мостай Кәрим, Рәми Ғариповҡа бағышланған шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә ҡатнашып яулаған уңыштары ла байтаҡ.

Бар яҡтан да килгән өлгөр, тырыш, уңған Камила татыу һәм мөхәббәтле ғаиләлә үҫеп килә. Ата-әсәһе өсөн ҡәҙәрле ҡыҙ, ҡустыһы Дамир менән һеңлеһе Самираға яратҡан апай ул.

Туған телен һөйгән, рухлы башҡорт һылыуының был бәйгелә лә һынатмаҫына ышанам. Сөнки Камила Сәфәрғәлина Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

Гөлфиә СӘФӘРҒӘЛИНА.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас