

Көрәш – башҡорттарҙа борондан килгән физик һәм рухи көс талап иткән үҙенсәлекле спорт төрө. Бөгөн батырҙар араһында көс һынау, матур йолаға әйләнеп, күп сараларҙың төп тамашаһы булып тора.
Һуңғы йылдарҙа милли көрәште үҫтереү буйынса халҡыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы спортсылары күп эш башҡара. Улар араһында Ауыргазы районы Төрөмбәт ауылының ир-уҙамандары ла бар. Был осраҡлы түгел, Өршәк буйҙары - элек-электән данлыҡлы көрәшселәре менән тирә-яҡҡа танылған төбәк ул.
Милли көрәш серҙәрен йәш быуынға еткереүҙә мәктәбебеҙҙең, уның төрлө йылдарҙа эшләгән тренерҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бына бер нисә йыл күренекле тренер, судья, батыр Булат ағай Ильясов етәкләгән секцияға малайҙар бик теләп йөрөй. Бында улар физик һәм рухи яҡтан нығына, көрәш серенә төшөнә, ысын-ир егет булырға өйрәнә. Булат ағайҙың тәрбиәләнеүселәре районда, республикала призлы урындар яулай. Улар араһында VII синыф уҡыусыһы Арыҫлан Исхаҡов та бар. Был сабыр холоҡло, тыныс егеттең тәжрибәле остазы өйрәткәнде күңеленә һалыуы, күнекмәләрҙе яҡшы үҙләштереүе,ныҡышмал, көслө булыуы яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе. Ҡазандан еңеп ҡайтыуы ғына ла ни тора! Исеме есеменә тап килгән Арыҫлан ҙур еңеүгә өлгәшеп, ил беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Ауылдашыбыҙҙың аҡыллы, рухлы, батыр булыуының башланғысы, әлбиттә, ғаиләһенән килә. Күп балала ғаиләнең олоһо булып, ике һеңлеһенә яратҡан ағай, атай-әсәһенең – терәге, ярҙамсыһы ул. Яҡын кешеләре уның спорттағы ҡаҙаныштарын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар. Яратҡан спорт төрө менән әүҙем шөғөлләнеү тырыш уҡыусыбыҙға яҡшы уҡырға ла, мәктәптең йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға һис ҡамасауламай.
Арыҫланды, уның тренеры Булат ағай Ильясовты ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ! Милли көрәште үҫтереүгә, һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға һаулыҡ, яңы ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Люциә Әхмәтшина.