+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Миәкә батыры бит ул!

Урал батырҙай шәп егеттәр Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында ла бар. Бөгөн һеҙҙе берәүһе менән таныштырмаҡсымын. Ул – Ихсан Әҡбәров. VII синыфта белем алған егет мәктәптә, ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла данлыҡлы көрәшсе булып танылды.

2018 йылда белем усағыбыҙҙа көрәш секцияһы асылыу менән ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән йөрөй башланы. Тырыштарға, ныҡышмалдарға, сәмлеләргә, уңғандарға һәр саҡ уңыш йылмая, тиҙәр бит. Ихсан да ярыштарҙа йыш ҡатнаша, һәр саҡ призлы урындар яулай. Көрәш буйынса ғына ун ике Маҡтау грамотаһы, 10 миҙалы һәм кубогы бар. Тренеры Айгиз Ғәлиулла улы Зәйнетдинов үҙен һәр саҡ маҡтап телгә ала.  Спорт менән бәләкәйҙән дуҫ Ихсан саңғы ярыштарында ла һынатмай.

Тарих, биология, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен айырыуса ярата ул. Мәктәптә үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай. Матур йырлай, көр тауышлы, шәп диктор ҙа, актёрлыҡ һәләте лә үҫешкән үҙендә. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә лә  көсөн һынап ҡарай һәм уңыштарға өлгәшә.  «Башҡортостан ынйылары» республика фестивалендә «Иң яҡшы актёр» номинацияһында еңеүсе булды.

Өлкәндәрҙе хөрмәт иткән, синыфташтарына ярҙамсыл булған, һәр эшкә етди, яуаплы ҡараған изге күңелле, аҡыллы, мәрхәмәтле Ихсан ауылыбыҙҙа иман йорто асылғандан алып мәсеткә йөрөй. Рәфис хәҙрәт Әбелғатин алып барған дин дәрестәрен ҡалдырмай, ғәрәп телен өйрәнә. Бик күп сүрәләрҙе яттан белә, Ҡөрьән, намаҙ уҡый, аҙан әйтә, ураҙа ла тота.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр ул. Ихсандың ата-әсәһе лә дин юлында. Балаларын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр.

Өс һеңлеһенә хәстәрлекле ағай, ата-әсәһенә алыштырғыһыҙ ярҙамсы булған был шәп егеттең был бәйгелә лә һынатмаҫына ышанабыҙ. Уңыштар һиңә, Ихсан!

Зилә ЗАҺИҘУЛЛИНА, синыф етәксеһе.

Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

#МояХартия

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: