+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡашы

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Урал батыр тоҡомдары һәм Һомайҙың нәҫелдәре ҡайҙа йәшәй икән? Яуап табырға ярҙам итешәм, Башҡортостаныбыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе  Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында. Шуларҙың береһе, мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡашы — IX синыф уҡыусыһы Азалина Сафиуллина менән таныштырғым килә

Әллә йәй айында тыуғанға, уның йөҙө һәр ваҡыт ҡояш кеүек балҡып тора, күҙҙәренән сихри нур бөркөлә, йылмайыуы тирә-йүнгә йәм өҫтәй. Азалина — бөтә яҡтан да һәләтле, уңған, тырыш һәм шул ваҡытта  бик аҡыллы ҡыҙ бала. Өйҙә әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы.

Мәктәптә бер сара ла Азалинаһыҙ үтмәй. Сөнки ул — оҫта алып барыусы, бейеүсе һәм йырсы.  «Көҙгө бал» байрамына ул үҙе сценарий яҙҙы һәм уны алып барыусы үҙе булды.

Уҡыуҙа ла һынатмай. Яратҡан фәндәре — алгебра, физкультура, башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Өс йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендә уҙғарылған олимпиадала еңеүсе булып, телһөйәр, илһөйәр икәнен иҫбатланы. Азалина туған тел серҙәренә төшөнөп кенә ҡалмай, уны башҡаларға еткерер өсөн бар көсөн һала. Төрлө бәйгеләрҙә лә ихлас  ҡатнаша. Мәктәп уҡыусыларының Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында район кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәт фәндәре буйынса еңеүсе булды. Йыл һайын районыбыҙҙа үткәрелеп килгән «Аҡмулла шишмәһе» конкурсында ла уңышҡа иреште.

Республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ ижади бәйгеләрҙә ҡатнаша, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Быйыл ғына Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы иғлан иткән, Башҡорт теле көнөнә бағышланған «Башҡорт теленә ете аҙым» марафонында ҡатнашып та еңеүсе булды. Республика кимәлендә ойошторолған «Кеше ерҙе йәмләй» («Люди славят землю») проект эштәре  кинофестивалендә призлы урын алып шатландырҙы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән  «Китап уҡыусы ата-әсә — китап уҡыусы бала» республика конкурсында -призёр, «Рәшит Назаров уҡыуҙары» республика ғилми-практик конференцияһында  еңеүсе булды.

Был еңеүҙәр Азалинаға еңел генә бирелмәй, бының өсөн күп уҡырға, мәғлүмәт тупларға кәрәк. Шуның өсөн дә уның яратҡан урыны — мәктәп китапханаһы. Буш ваҡыты килеп сығыу менән ҡулына китап ала. Һүрәт төшөргә ярата. Был һәләте әсәһенән күскәндер. Ул да — матурлыҡты күрә белгән кеше, бик оҫта итеп һүрәт төшөрә.

Маҡсатына ынтылыусан, рухлы, һылыу башҡорт ҡыҙы Азалина был бәйгелә лә еңеүсе булыр, тип ышанам.

Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

#МояХартия

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: