+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ егете Байрас

Урал батыр тоҡомдары һәм Һомайҙың нәҫелдәре Баймаҡ ерҙәрендә лә бар ул. Шундайҙарҙың береһе — райондың Темәс мәктәбе данын, мәртәбәһен күтәреүсе, тырыш, өлгөр, өлгөлө  Байрас Яҫыбаев. Ул XI синыфта уҡый.

Башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында призлы урын яулаусы егет бына нимә тип һөйләй: «Баш­ҡорт теле, туған телем булараҡ, минең өсөн яҡын да, ҡәҙерле лә һәм ҡыҙыҡ та. Уҡытыусым Таңсулпан Әмир ҡыҙы Мусинаның тәҡдиме буйынса олимпиадала IX синыфтан ҡатнашып киләм һәм, ниһайәт, ҙур уңышҡа өлгәштем. Уҡытыусыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса район олимпиадаларында еңеүсе булдым. Һәр бәйгелә һынатмаҫҡа тырышам. Халҡыбыҙҙың, илебеҙҙен үткәнен, тарихын белеү, бәхәсле мәлдәрҙе асыҡлау, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы, йәм­ғиәттең үҙенсәлектәрен өйрәнеү ҙә минең өсөн ҡыҙыҡлы. Китап уҡырға яратам, белемле, киң мәғлүмәтле булырға тырышам. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә, туҡтап ҡалырға, сигенергә яратмайым. Минең девиз: „Тик алға һәм алға!“  Үҙемдең сәләмәтлегемде лә ҡайғыртам. Иң мөһиме — һаулыҡтың һәм ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк. „Һаулыҡты һатып алып булмай, ваҡытты кире ҡайтарып булмай“, — тип яҙа халыҡ яҙыу­сыһы Ғайса Хөсәйенов. Ошо алтын һүҙҙәр менән килешәм. Мин дә сәләмәтлек яҡлымын. Ҡышын саңғыла шыуһам, йәй йүгерергә әүәҫмен".

Афарин, Байрас! Бар теләктәрең, хыялың тормошҡа ашһын. Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: