+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дилбәр менән Ихсан - еңеүселәр!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең март айы еңеүселәре лә билдәле булды.Был юлы унда Баймаҡ, Ғафури, Белорет, Хәйбулла, Миәкә, Ауырғазы, Салауат райондарынан туғыҙ бәйгесе ҡатнашты.

Тауыш биреү бик ҡыҙыу барҙы. Бигерәк тә егеттәр араһында! Һуңғы минуттарға тиклем улар бер-береһенә ал бирмәҫкә тырышты. Афариндар! Урал батырҙай шәп егеттәр ана шулай сәмле лә, ныҡыш та, тырыш та булырға тейеш бит!

Ә еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме? Егеттәр араһында — 711 тауыш йыйып, Ихсан Әҡбәров, ә ҡыҙҙарҙан 430 тауыш менән Дилбәр Фәритова еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Егеттәр араһында 21 тауышҡа ғына ҡалышып, Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы Арыҫлан Исхаҡов — II, Баймаҡ районы Темәс мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Байрас Яҫыбаев III урын яуланы.

Ҡыҙҙар араһында Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат- гимназияһының I «А» синыфы уҡыусыһы Гөлфинә Ғәзизова — II, Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VI синыф уҡыусыһы Камила Сәфәрғәлина III урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

Дилбәр менән Ихсан - еңеүселәр!
Дилбәр менән Ихсан - еңеүселәр!
Дилбәр менән Ихсан - еңеүселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: