+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һомайға тиң Әлшәй һылыуы!

Һомайға тиң һылыуҙар Әлшәй районында ла етерлек. Шуларҙың береһе – Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының IX синыф уҡыусыһы Әлфинур Ғәлиева.

Тырыш ҡыҙ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бигерәк тә башҡорт теле, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен көтөп ала. Төрлө олимпиада, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар менән бүләкләнгән. Рәсемде лә оҫта төшөрә, бейеү, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнә.  Ә тасуири итеп шиғыр һөйләүен ишетһәгеҙ, хайран ҡалырһығыҙ! Күңел ҡылдарын сиртерлек итеп, шул тиклем оҫта һөйләй ул! Ҡыҫҡаһы, өлгөр ҡыҙ лицей тормошонда ҡайнап йәшәй.

Ваҡыттың һәр минутын файҙалы үткәрергә тырыша Әлфинур. Быйыл IX синыфта булғас, буш ваҡыт һирәк эләкһә лә, ҡул эштәре менән булышырға ла яйын таба. Йөн ойоҡ, тәпешкәләр, ырғаҡ менән сәскәләр, ултырғыс япмалары бәйләй, сигеү сигә, сейләндән төрлө биҙәүестәр, сувенирҙар, картиналар яһай. Ул ғына ла түгел, балаҫ та һуға белә. Был шөғөлгә ул өләсәһенән өйрәнгән. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын һалып башҡарғас, эштәре лә матур килеп сыға үҙенең.

Итәғәтле, изге күңелле, ярҙамсыл ҡыҙҙың дуҫтары ла күп. Һеңлеһенә хәстәрлекле, өлгөлө апай булған Әлфинур өйҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла.

Бары тик изге уйҙар уйлап, алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Әлфинур Ғәлиеваға был бәйгелә лә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

#МояХартия

 

 

Һомайға тиң Әлшәй һылыуы!
Һомайға тиң Әлшәй һылыуы!
Һомайға тиң Әлшәй һылыуы!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: