+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Батырҙар нәҫеленән бит ул!

Бөгөн һеҙҙе таныштырасаҡ бәйгесебеҙ Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәй. Ул — Рифат Атанбаев.

Йомағужа мәктәбенең IV синыфында уҡып йөрөгән малай тиҫтерҙәре араһында шәп спортсы булып танылған. Милли көрәш менән мауыға ул. Нәҫелдәрендә бил бирмәҫ батырҙар булғанғалыр ҙа, Рифат та был спорт төрөн үҙ итә. Саңғы ярыштарында ла ҡатнашырға өлгөрә. Бынан тыш, төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, ижади бәйгеләрҙә көсөн һынап ҡарай. Уңғандарға уңыш юлдаш, тигәндәй, һәр саҡ призлы урындар яулай үҙе.

Көрәшсе Рифат йыр-моңға ла ғашиҡ. Үҙ аллы гармунда, гитарала уйнарға өйрәнгән.

Өйҙә ата-әсәһенең уң ҡулы ул. Йорт-ҡураны тәртиптә тота, мал-тыуар ҡараша. Ике һеңлеһе Нәргизә менән Сәминә өсөн хәстәрлекле ағай ҙа.

Урал батырҙай шәп Рифат Атанбаев мотлаҡ бәйгенең еңеүсеһе булырына ышанам. Уға уңыштар теләйек.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

#МояХартия

Батырҙар нәҫеленән бит ул!
Батырҙар нәҫеленән бит ул!
Батырҙар нәҫеленән бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: