+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу ҙа, тырыш та, әүҙем дә

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат- гимназияһының IX синыф уҡыусыһы Даяна Афзалова.

— Тамырҙарым Әбйәлил яҡтарына барып тоташа. Бәләкәйҙән атай-әсәйем, өләсәй-олатайҙарым миндә әсәм теленә һөйөү тәрбиәләне һәм белемемде үҫтереү маҡсатында мин баш ҡалаға уҡырға килдем, — тип һөйләй Даяна Афзалова. — Белем усағым — республиканың иң билдәле уҡыу йорттарының береһе. Гимназияла уҡыуым телемә, илемә һөйөүемде тағы ла нығыраҡ арттыра, Рәми рухы йәшәй күңелемдә.

Бала саҡтан йырлайым, шиғырҙар һөйләйем. Заманса һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейергә яратам. Үҙебеҙҙәге «Аҡйондоҙ» бейеүҙәре ансамбленә йөрөйөм. Күптән түгел «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашып, I урын алып ҡайттыҡ. Тағы ла матурлыҡ бәйгеләрендә лә үҙемде һынап ҡараным.

Башҡорт теле, тарих, мәҙәниәт буйынса төрлө олимпиада, конкурс, конференцияларҙа ла әүҙем ҡатнашам. Мәҫәлән, «12-се Кейекбаев уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында, федераль исемлеккә индерелгән төньяҡ-көнсығыш олимпиадала — еңеүсе, ә Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында призёр булдым. Шулай уҡ «Һүҙ эйәһе» экспедицияһы, Зәйнәб Биишеваға арналған VI ижади проекттар республика конкурсы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара бәйгеһендә үҙ көсөмдө һынап ҡараным.

Бар ергә лә өлгөр, әүҙем һәм шәп ҡыҙ Даяна синыфында ла өлгөлө уҡыусы икән. Буш ваҡыты булыу менән ирекмәнлек эшенә лә тотона. Уның йәшәү маҡсаты ошолай: «Ҙур баҡсаның бер гөлө булып, киләсәктә республикабыҙҙы биҙәп йәшәү».

Афарин, Даяна! Хыялдарың бик матур, беҙ ҙә уның тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Зөһрә Хәкимова.

#МояХартия

Ҡыйыу ҙа, тырыш та, әүҙем дә
Ҡыйыу ҙа, тырыш та, әүҙем дә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: