+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялы – киләсәктә республика Башлығы булыу

Фотолағы был һылыу ҡыҙ – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан Азалиә Фаздалова. 4-се мәктәптең III «А» синыфында белем ала ул.

- Мин уҡыған мәктәп ҙур һәм күркәм. Беҙ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Инглиз теле менән дә  ҡыҙыҡһынам, дәрестәрҙән һуң  инглиз теле түңәрәгенә йөрөйөм. Буш ваҡытымда шиғырҙар уҡырға яратам. Был миңә үҙемдең фекерҙәремде, хистәремде башҡаларға дөрөҫ аңлатырға, еңел генә еткерергә ярҙам итә. Үҙемде белгәндән бирле уҡыйым. Ике йәшемдән бөгөнгө көнгә тиклем шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә бик теләп ҡатнашам, - ти Азалиә. Ә һеҙ уның бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулап алған Маҡтау ҡағыҙҙарын, дипломдарын күрһәгеҙ! Иҫәбе-һаны юҡ. 200-ҙән дә артып киткән! Араларында район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәгеләре лә бар! Уңған ҡыҙға һәр  саҡ уңыш юлдаш шул.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында ла ҡатнашҡан хатта. Унда төп ролде уйнаған.

Киләсәктә республика Башлығы булырға хыялланған Азалиә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бар яҡтан да камил, мәғлүмәтле булырға ынтыла. Тырыш ҡыҙ республикабыҙҙың иң яҡшы уҡыусылары исемлегенә лә ингән. Ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре ҡыҙҙарына ҙур өмөттәр бағлай, һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп торалар.

«Йәншишмә» гәзите үткәргән был бәйгелә лә һынатмаҫ әле беҙҙең Азалиә! Тап уның һымаҡ бар яҡтан да килгән, шәп, һәләтле ҡыҙҙар еңеүсе булырға тейеш бит!

Гөлнара МӘҒӘНӘБИЕВА, китапханасы.

Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

#МояХартия

Хыялы – киләсәктә республика Башлығы булыу
Хыялы – киләсәктә республика Башлығы булыу
Хыялы – киләсәктә республика Башлығы булыу
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: