+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Сибай интернат-гимназияһында Урал аръяғынан уҡыусыларҙың иң-иңдәре генә белем ала. «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» конкурсына Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған, бөгөн  X синыфта белем алыусы  Ғәҙел Абдрахмановты тәҡдим итергә булдым.

Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки  бар яҡтан да килгән, үҙендә бары тик ыңғай сифаттарҙы ғына туплаған шәп егет бит ул!

Ғәҙел 2006 йылдың 2 ғинуарында донъяға килгән, йондоҙлоғо- Кәзәмөгөҙ (ылаҡ). Ә был  йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға эшһөйәрлек хас, тиҙәр. Тап шулай, бар эште еренә еткереп башҡара ул. Үҙе тәртипле, изге күңелле, әҙәпле, ғәҙел, эшһөйәр һәм илһөйәр.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигәндәй, уның шөғөлдәре лә бик күп. Оҫта бейеүсе булып танылған.  «Салтанат» бейеү ансамблендә шөғөлләнә, улар ҡалала, республикала, Бөтә Рәсәй кимлендә үткәрелгән бейеү конкурстарында призлы урындар яулай. Ҡурай түңәрәгенә лә йөрөй. Бигерәк тә «Ете ҡыҙ» һәм «Наполеон Бонопарт» тигән көйҙәрҙе уйнарға ярата.Коллектив менән «Башҡортостан ынйылары» республика фольклор конкурсында ла ҡатнаштылар.Олимпиадаларҙа ла һынау тота, фәнни-эҙләнеү эштәрен дә башҡара. Былтыр республика «Игебаев уҡыуҙары»нда призёр булһа, быйыл Бөтә Рәсәй конференцияһында ла беренсе урын яуланы. Спорт менән дә дуҫ. Футбол, волейбол, баскетбол уйнарға, йүгерергә ярата. Спорт ярыштарында ла һынатмай.  «Толпар» телевидениеһында ла тапшырыуҙарҙа ҡатнашырға өлгөрә.

Шундай өлгөр, зирәк, талантлы егеткә гимназияла президент вазифаһын да йөкмәткәндәр.

— Ниндәйҙер эшкә тотонаһың икән, тәүҙә уйла, план ҡороп ал, ашыҡмай эшлә! Тик кешегә бәлә һалма! Матур итеп эшеңде тамамла, башҡаларға өлгө итеп күрһәт, ҡалғандар һиңә ҡарап, ҡыҙығып китеп, изге эшкә тотонһондар! Бына шул ваҡытта һин ысын үрнәк өлгөһө булаһың. Бына ошо — минең тормош девизым. Ә үрнәк алыу, тигәндә, мине дәртләндереүсе олатайым булды. Минең Венера өләсәйемдең атаһы Сиражетдин, ә уның ҡустыһы — мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов. Бейеүгә, ҡурайға, сәхнәгә ынтылыш бына ҡайҙан килә ул.  Әлеге мәлдә миңә бейеү өйрәтеүсе Хәлил Ишбирҙиндең ҡартәсәһе Әлнисә инәй –ул Ғата олатайҙың бер туған апаһы. Икебеҙ ҙә олатайҙың данлы юлын дауам итәбеҙ, -ти Ғәҙел оло ғорурлыҡ менән.

Саф башҡортса һөйләшеп, рух әләмен юғары сөйгән  Урал батыр тоҡомонан ул рухлы егет Ғәҙел Абдрахманов. Исеме есеменә тап килеп, ғәҙел булып, барыбыҙҙы ла намыҫлы эштәре менән ҡыуандыра. Уға тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Альбина Фәхрисламова, VIII синыф уҡыусыһы.

Сибай интернат-гимназияһы.

#МояХартия

Уң ҡулында булыр ҡурайы
Уң ҡулында булыр ҡурайы
Уң ҡулында булыр ҡурайы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: