+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әлиә – бар яҡтан да өлгөлө

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы  ҡатнашыусыһы Өфө ҡалаһынан Әлиә Мусина. Был оҙон ҡара сәсле, йәшел күҙле, нескә билле, һылыу ҡыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһының V синыфында белем ала.

Тырыш Әлиә Мусина гел «бишле» билдәһенә генә өлгәшә. Буш ваҡытында ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов етәкләгән «Ялҡын» драма түңәрәгенә йөрөй. Хатта үҙенең етәксеһе менән  «Сәләм» тапшырыуына барып, башҡортса  матур итеп һөйләп, сығышы менән барыһын һоҡландырған.

Ял көндәрендә инглиз һәм француз телдәрен өйрәнә. Фортепьяно һәм аккордеонда башҡорт көйҙәрен уйнай. Иң яратҡан көйө лә «Хәтирә» икән. Өлгөр  ҡыҙ бейергә лә ярата.

Ул төрлө республика, төбәк-ара  олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа  ҡатнашып, гимназияның данын күтәрә. Афарин!

Әлиәгә  уңыштар теләйбеҙ!

#МояХартия

Әлиә – бар яҡтан да өлгөлө
Әлиә – бар яҡтан да өлгөлө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: