-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Линар – Рәми тоҡомонан!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы – Рәми тоҡомонан. Ул – Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының II синыф уҡыусыһы Линар Хәйрисламов.

Үҙе  бик тырыш, әүҙем уҡыусыларҙың береһе икән. Икенсе генә йыл уҡыуына ҡарамаҫтан, район һәм республика күләмендәге бихисап бәйгеләрҙә ҡатнашып өлгөргән.  Уларҙың ғаиләһе «Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ  көнө» республика конкурсындағы «Шәжәрә» номинацияһында I урынды яулаған.

Сафуан Әлибайҙың һәм Рәми Ғариповтың йыллығына бағышланған бәйгеләрҙә лә Хәйрисламовтар ғаиләһе еңеүҙәргә өлгәшкән. «Тыуған еремдең тарихы» конкурсында ла I урын алып һөйөнгәндәр.

Ирина Ринат ҡыҙы менән Айбулат Айсыуаҡ улы балаларында телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырыша. «Үҙ телен, тарихын белгән кеше генә тормошта үҙ юлын таба, башҡа телдәрҙе еңел үҙләштерә», — ти бит ата-әсәһе лә.

Эйе, тап шулай, тик тел аша ғына бала күңеленә изгелек тойғолары һалып була. Афарин, Линар!

#МояХартия

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: