+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең апрель айы еңеүселәре лә билдәле булды. Был юлы бәйгебеҙҙә Әлшәй, Илеш, Йылайыр, Салауат райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан ете ҡыҙ һәм егет ҡатнашты.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Конкурсанттар һаны башҡа айҙарға ҡарағанда аҙыраҡ булһа ла, фотоларҙың матур, сағыу булыуы ҡыуандырҙы. Күптәре милли башҡорт кейемендә төшкән! Был үҙе үк рухлы, илһөйәр, телһөйәр ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнашыуы хаҡында һөйләй.

Урал батырҙай шәп егет менән Һомайҙай һылыу ҡыҙҙы билдәләүе дуҫтарыбыҙға, моғайын, еңел булмағандыр. Сөнки был конкурста иң уңғандар, иң һәләтлеләр генә ҡатнаша бит. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүсеһеҙ булмай инде. Байрам көндәре булыуға ҡарамаҫтан, бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Егеттәр араһында иң күп тауыш йыйып, Йылайыр районы Сәләх ауылы егете Рифат Атанбаев, ә ҡыҙҙарҙан  Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы уҡыусыһы Әлиә Мусина еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Әлиәнән дүрт тауышҡа ғына ҡалышып, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы ҡыҙы Азалиә Фаздалова II урын яуланы. Әлшәй районы Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Әлфинур Ғәлиева III урынға лайыҡ булды.

Егеттәр араһында II урынға Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Линар Хәйрисламов сыҡһа, III урынды Сибай интернат-гимназияһынан Ғәҙел Абдрахманов эләктерҙе! Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почет грамотаһы ебәреләсәк.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: