+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Лицейыбыҙ ғорурлығы

Һеҙҙе бөгөн Рөстәм Рәфғетдинов исемле бер шәп егет менән таныштырам. Ул беҙҙең Өфөләге 48-се башҡорт лицейының VIII  синыфында белем ала.

Лицейыбыҙ ғорурлығы булған Рөстәм бар яҡтан да килгән, маҡсатына ынтылыусан егет. Уҡыуҙа ла һынатмай, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Рәсәй, төбәк-ара, республика, ҡала кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып алған диплом-грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Уңған булғас, уңыш йылмайып ҡына тора үҙенә.

Бер минутын да бушҡа уҙғарырға яратмаған егет «Тамыр» телеканалының алып барыусыһы булып эшләргә лә өлгөрә. Йор һүҙле, тапҡыр телле, шаян, отҡор Рөстәм «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы"ның «Сәтәкәй» командаһында ла уйнай.
Буш ваҡытында музыка, монтаж менән шөғөллә. Спорт менән дә дуҫ. Лицейыбыҙҙа уҙғарылған һәр сараның уртаһында ҡайнаған егеткә алып барыусы ролен дә һәр саҡ ышанып тапшыралар.

Республикабыҙға файҙалы кеше булып үҫеү теләге менән янып йәшәгән уҡыусымдың был бәйгелә лә һынатмаҫына иманым камил. Урал батырҙай шәп егеттәр тап беҙҙең Рөстәм кеүек туған телен, илен һөйгән, рухлы, батыр, уңған булырға тейеш бит!

Гөлсинә ИЛЬЯСОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 48-се башҡорт лицейы.

Лицейыбыҙ ғорурлығы
Лицейыбыҙ ғорурлығы
Лицейыбыҙ ғорурлығы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: