+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңған ҡыҙ ул Гөлсибәр!

Фотола йылмайып торған был һылыуҡай – Әбйәлил ҡыҙы Гөлсибәр Бәйғәҙәмова. Яңы Балапан мәктәбенең VI синыфында белем ала ул, тик «бишле»гә генә өлгәшә.

Уңған ҡыҙ ул Гөлсибәр!
Уңған ҡыҙ ул Гөлсибәр!

Айырыуса урыҫ теле һәм башҡорт теле дәрестәрен яратып өйрәнә. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө фәндәр буйынса ойошторолған бәйгеләрҙә лә теләп ҡатнаша.

Үткән йыл башҡорт теленән Гагарин кубогына үткәрелгән район бәйгеһендә еңеп, республикала II урын, Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған бәйгелә фәнни-тикшеренеү эше менән I урын яулаған. Кесе фәндәр академияһы ойошторған конкурста ла математика буйынса фәнни-тикшеренеү эше менән призёр булған. Шиғыр һөйләү, инша яҙыу кеүек ижади бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулап алған диплом-грамоталарының иҫәбе-хисабы юҡ. Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай шул, уңғандарға уңыш юлдаш, тип юҡҡан ғына әйтмәйҙәр бит.

Гөлсибәр ҡул эштәренә лә оҫта. Ырғаҡ менән нимәләр генә бәйләмәй! Сәйләндән төрлө биҙәүес әйберҙәре лә яһай. Күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын ҡушып башҡарғас, эштәре лә матур килеп сыға.

Уңған ҡыҙҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар. Ул – баянда уйнау. Буш ваҡыты килеп сығыу менән уны ҡулына ала. Өләсәһе Гөлшат Юлмөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәрова өйрәткән уны баян серҙәренә. Аҙ ғына ваҡыт эсендә әллә күпме көйҙәр уйнарға өйрәнеп тә алған.

Аҡыллы, мөләйем, изге күңелле, ярҙамсыл булып үҫеп килгән Гөлсибәрҙең дуҫтары ла күп. Синыфташтары ла үҙен хөрмәт итә. Һәр эшкә яуаплы ҡараған, үҙ фекере булған, тырыш ҡыҙҙы синыфтың старостаһы итеп тә һайлап ҡуйғандар.

Бар яҡтан да килгән Гөлсибәр өйҙә лә яҡындарының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Ағаһы хәҙер студент булғас, әсәһенең берҙән-бер терәге ул, һәр эштә лә булышырға тырыша.

Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, һөйкөмлөлөк кеүек күркәм сифаттарға эйә булған Гөлсибәр киләсәккә яҡты хыялдар менән янып йәшәй, һәр көнөн файҙалы үткәрергә ынтыла.

Тыуған илен, телен һөйгән, рухлы, уңған Әбйәлил һылыуына был бәйгелә лә уңыш юлдаш булһын!

Юлиә КИРӘЕВА.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: