+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңелендә — йыр-моң балҡышы

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы конкурсанты — Камила Хисамова. Һомайҙай һылыу был ҡыҙ — Өфөнән.

2-се республика күп профилле полилингваль  гимназияһының VIII «А» синыфында белем ала ул. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, гимназияла үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша.

Камила  йыр-моңға ғашиҡ. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә өҫтәмә белем алырға ла өлгөрә тырыш ҡыҙ. Бында ул «Тынлы уйын ҡоралдары» бүлегендә флейтала уйнау серҙәренә өйрәнә. Йәш музыканттар өсөн уҙғарылған бик күп бәйгеләрҙең еңеүсеһе булырға ла өлгөргән.

Бынан тыш, Камила I синыфтан алып ҡалалағы «Йондоҙ» үҫмерҙәр клубында шөғөлләнә, «Кудесники» вокал-хореографик ансамбленең солисы ул. Ансамблдәре менән  «Камиллыҡҡа юл», «Йондоҙҙар таланты», «Симфония нотаһы» кеүек республика, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, дипломант, лауреат исемдәрен яулағандар.

Һәр эшкә яуаплы ҡараған, маҡсатына ынтылыусан ҡыҙ ижади бәйгеләрҙә лә үҙ көсөн һынап ҡарай.Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов хаҡында яҙған эссеһы менән «Балалар — тыныслыҡ илсеһе» халыҡ-ара бәйгеһендә — еңеүсе, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә II урынға лайыҡ булған.

Өлгәшкән уңыштары өсөн Камила быйыл ғинуар айында «Артек» лагерына юллама менән дә бүләкләнгән. «Лидерҙар ваҡыты» тип аталған сменала ял итеп кенә ҡалмаған, бында ла ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайтҡан.

Гимназияһында — өлгөлө уҡыусы, сәхнәлә сағыу йондоҙ булып балҡыған Камила өйҙә ата-әсәһенең яратҡан ҡыҙы, алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы.

Һоҡланғыс ҡыҙ был бәйгелә лә һынатмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уңыштар һиңә, Камила!

Юлиә КИРӘЕВА.

Күңелендә - йыр-моң балҡышы
Күңелендә - йыр-моң балҡышы
Күңелендә - йыр-моң балҡышы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: