+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ!

Уңған да, тырыш та, һәләтле лә, әүҙем дә ... Был һүҙҙәрҙе тағы ла әллә күпме дауам итергә мөмкин. Кем тураһында әйтәм, тиһегеҙме? Дыуан һылыуы – Заррина Әхмәтғәлина хаҡында. Арый ауылының Марат Нафиҡов исемендәге мәктәптең IX синыфында белем ала ул.

Яҡшы билдәләргә генә уҡыған ҡыҙ төрлө район, республика, төбәк-ара кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Уңыштары ла юҡ түгел. Районда үткәрелгән Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсында еңеүсе булған. Рафаэль Сафиндың ижадына бағышланған «Ыласынташ бөркөтө» төбәк-ара бәйгеһендә II урын яулаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында I урынға лайыҡ булып, республика кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Тырыш ҡыҙ мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Белем усағындағы бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа  үтмәй. Йыр-моңға ғашиҡ Заррина - һәр байрамдың биҙәге. Гитарала уйнап башҡарған йырҙарын барыһы ла яратып тыңлай. Әйткәндәй, гитараһы менән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға тырыша ул. «Уйна, моңло, гитара!» йәш башҡарыусыларҙың республика бәйгеһендә призёр, «Ҡош юлы. Балалар» телевизион проектында  «Рухлы йырсы» номинацияһында еңеүсе булған. «Тере классика»  Бөтә Рәсәй конкурсында ла уңышлы сығыш яһаған.

Оҫта бейеүсе лә Заррина. Алып барыусы ролен дә уға ышанып йөкмәтәләр. Спорт менән дә дуҫ.

Бар яҡтан да килгән, уңған, телһөйәр, илһөйәр, рухлы Заррина, ысынлап та, Һомайға тиң һылыу. Шулай булғас, был бәйгелә лә һынатмаҫ. Уға уңыштар ғына теләйек!

Юлиә КИРӘЕВА.

 

 

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ!
Бар яҡтан да килгән ҡыҙ!
Бар яҡтан да килгән ҡыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас