+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Табип булырға хыяллана

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы конкурсанты — Әҙилә Ғарипова. Мәсетле районы Һөләймән башланғыс мәктәбенең IV синыфында белем ала ул.

Яҡшы уҡыуы, өлгөр, уңған, тырыш булыуы менән күптәрҙе һоҡландыра. Урыҫ теле, математика дәрестәрен яратып өйрәнә. Уҡытыусыһы Эльвира Рәмил ҡыҙы Ғөзәйерова ла үҙен һәр саҡ маҡтап телгә ала.

Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ, йыр-бейеүгә лә маһир, спорт менән дә дуҫ. Мәктәптә үткән бер саранан да ситтә ҡалғаны юҡ. Шиғыр һөйләү, инша яҙыу, әкиәт ҡуйыу булһынмы, спорт ярыштары тиһеңме — һәр бәйгелә ҡатнашырға тырыша әүҙем ҡыҙ. Уңған, һәләтле булғас, уңыштары ла күп.

Тыйнаҡ, ярҙамсыл, итәғәтле Әҙиләнең синыфташтары араһында ла абруйы ҙур. Дуҫтары ла күп үҙенең.

Өс балалы ғаиләлә үҫеп килгән һылыу ҡыҙ — өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы.

Киләсәктә Әҙилә табип булырға хыяллана. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, алдына ҙәр маҡсаттар ҡуйып йәшәгән һылыу ҡыҙға тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Ю. КИРӘЕВА.

Табип булырға хыяллана
Табип булырға хыяллана
Табип булырға хыяллана
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас