

Әмир – уҡыу алдынғыһы. Бигерәк тә урыҫ теле, география, физкультура дәрестәрен ярата. Төрлө фәндәрҙән олимпиада, ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә.
Тасуири шиғыр һөйләп, инша яҙып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, әллә күпме диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Рәсемдәре лә бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Йыр-бейеүгә лә маһир, һәләтле актёр ҙа ул. «Башҡортостан ынйылары» республика бәйгеһендә лә ҡатнашҡан.
Ә шулай ҙа Әмирҙе күптәр шәп спортсы булараҡ белә. Футбол, волейбол менән мауыға, шахмат менән дә шөғөлләнә. Мәктәп, район кимәлендә үткән спорт ярыштарынан бер ҙә ситтә ҡалмай. Йүгереү, саңғы ярышы булһынмы, һис кенә лә һынатмай. Еңеүҙәр яулап яҡындарын, белем усағын һөйөндөрөп кенә тора. Миҙалдары ла байтаҡ уның. Былтыр «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физик культура-спорт комплексының танытмаһын һәм көмөш значогын алыуға өлгәшкән.
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, нығынып, сәләмәт тормош яҡлы булып үҫеү һаулыҡ өсөн ныҡ файҙалы икәнен яҡшы аңлай Әмир. Шуға көн дә атаһы, ағаһы менән спорт залында шөғөлләнергә ваҡыт йәлләмәйҙәр.
Әйткәндәй, атаһы Илгизәр Маннаф улы – физкультура уҡытыусыһы. Балаларының спортҡа ылығып үҫеүҙәрендә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улдары ғына түгел, бөтә ғаилә менән дә район, республикала уҙғарылған спорт бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора Ғилметдиновтар.
Бына шундай әүҙем, берҙәм, һоҡланғыс ғаиләлә ҡанат нығыта Әмир. Әсәһе Рәмзилә Илдар ҡыҙы мәктәптә химия-биология дәрестәрен алып бара, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар ҙа.
Күп балалалы ғаиләлә үҫеп килгән Әмир – өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, ағаһы Эмилгә – шәп ҡусты, Әмилә һеңлеһенә хәстәрлекле ағай ҙа ул. Ә синыфташтары, дуҫтары үҙен ярҙамсыл, кешелекле, изге күңелле, аҡыллы булғаны өсөн ярата һәм хөрмәт итә.
Һәр саҡ беренсе булырға яратҡан, маҡсаттарына ҡыйыу аҙымдар менән атлаған, тырыш, ныҡышмал, һәләтле Әмирҙең был бәйгеләлә еңеүсе булырына ышанабыҙ. Сөнки Урал батыр тоҡомонан булған егеттәр тап уның кеүек булырға тейеш бит!
Ю. Әхмәтйәнова.