

Һәр һүҙен уйлап һөйләгән, тырыш, аҡыллы, аралашыусан малай бәләкәйҙән шахмат уйнарға ярата. Мәктәпкә уҡырға төшкәнсе үк өйрнеп алған ул был уйын серҙәренә. Ә шашканы тағы ла алдараныраҡ үҙләштергән. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ошо спорт төрө буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашҡаны бар.
Ҡыҙыҡһныусан булғас, яратҡан шөғөлдәре бик күп үҙенең. Атаһына оҡшап, мотокросс менән мауыға, әле үк квадроциклды ла оҫта йөрөтә. Ҡышын тау саңғыһына баҫа, оҫтарып алғас, рәхәтләнеп шыуып кинәнә.
Киләсәктә йырларға ла теләге ҙур Артурҙың. Башҡортса йырҙарҙың үҙенә оҡшағандарын һайлай, уларҙы үҙенсә көйләй, тексын өйрәнә.
Ҙурайғас, Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү теләге менән яна Артур.
Өлгөр малай атаһы янында автогаражда, әсәһе эргәһендә баҡсала ярҙам итергә лә ваҡыт таба.
Уның был бәйгелә һынатмауын теләйбеҙ. Уңыштар һиңә, Артур!
Илһам ЛАТИПОВ.