+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең май айы еңеүселәрен билдәләү ваҡыты ла килеп етте.

Был юлы унда Мәсетле, Дыуан, Әбйәлил райондарынан, Өфөнән 4 ҡыҙ һәм 4 егет ҡатнашты. Конкурсанттарҙың һәр береһе еңеүсе булырлыҡ. Шул тиклем уңғандар, әүҙемдәр, һәләтлеләр! Әммә бәйге бәйге инде. Еңеүсене һайларға кәрәк. Ә был, ҡәҙерле дуҫтар, бары һеҙҙән тора. Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусыға тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Урал батырҙай шәп егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп билдәләйек. Тауыш биреү 6 июнгә сәғәт көндөҙгө 12-гә тиклем дауам итә. Әүҙемерәк булығыҙ!

Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас