

– Ангелина Ибраҡова сценарий яҙа, шиғыр ятлай, төрлө йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнә. Байрамдарҙа сараны алып барыусы, Яңы йылда гел Ҡарһылыу була. Рухлы, ихлас был уҡыусыбыҙ мәктәптә, районда, республикала үткән шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, күп тапҡырҙар призлы урындар яуланы. Бигерәк тә ул ауылдашыбыҙ, шиғриәт күгендә йондоҙ булып балҡыған шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың ижадын өйрәнә, шиғырҙарын яттан һөйләй. Һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, тура һүҙле, ҡыҙыҡһыныусан был ҡыҙ башланғыс синыфтарҙан уҡ төрлө темаға фәнни эшен яҙып, конференцияла үҙ хеҙмәтен ҡыйыу яҡларға өйрәнде һәм призлы урындар яуланы.
Тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған ҡыҙ спортта ла һынатмай: волейбол, саңғы ярыштарында ҡатнаша, шахматта яҡшы уйнай. Шахматты атаһы менән өйҙә йыш уйнайҙар икән. Ангелина күп балалы татыу ғаиләлә тәрбиәләнә. Уңған ата-әсәһенән ҡыҙҙың бар эшкә лә өйрәнеп үҫеүе һоҡландыра. Баҡса үҫтереү, бал ҡорто тәрбиәләү серҙәре менән ихлас бүлешә синыфташтары менән дә. Яратҡан ҡыҙы хаҡында әсәһе Алһыу:"Ангелина исеме «фәрештә», «изге хәбәр» тигәнде аңлата. Ҡыҙыма исемен үҙем ҡуштым. Ул – минең фәрештәм, ярҙамсым, уң ҡулым. Бар эштәрҙе лә бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ”, – тип һөйләй.
Ангелина – беҙҙең мәктәптең йөҙөк ҡашы, ғорурлығы. Беҙ уға киләсәктә уңыштар, ошолай рухлы, теле, халҡы өсөн кәрәкле шәхес булып китеүен теләйбеҙ, – ти Люциә Әхмәтшина.