+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Эльвина – шахмат оҫтаһы!

Ҡыйғы ҡыҙы Эльвина Иштуғанова - Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының алтынсы синыфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Ул балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторолған "Пешечка" шахмат клубына беренсе синыфтан йөрөй.

Эльвина – шахмат оҫтаһы!Эльвина – шахмат оҫтаһы!
Эльвина – шахмат оҫтаһы!

Шахмат буйынса алған 80 грамотаһы, 26 миҙалы бар, ике кубок эйәһе. Дыуан районында уҙғарылған онлайн-ярыштарҙа бер нисә тапҡыр призлы урын яулаған. Яҡташыбыҙ, милицияның генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзов иҫтәлегенә үткән төньяҡ-көнсығыш шахмат турнирында 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында чемпионка булырға ла өлгөргән.

Бынан тыш, Эльвина баскетбол, волейбол менән мауыға.

Спорт яратҡан ҡыҙ матурлыҡҡа ла ғашиҡ. Күңел түрендә ятҡан уй-тойғоларын, кисерештәрен матур һүрәттәрендә сағылдыра. Рәсемдәре "Аманат" журналында баҫылып та сыҡҡан.

Ата-әсәһе ҡыҙҙарының шахмат буйынса уңыштарға өлгәшеүенә хаҡлы рәүештә ғорурлана. Атаһы Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында металлургия заводында эшләһә, әсәһе - өй хужабикәһе.

Эльвина әлеге мәлдә район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу комлексында ойошторолған көндөҙгө лагерҙа ла шахмат уйнауын дауам итә. Шахмат үрҙәренә тырышып ынтылған һылыу ҡыҙҙың «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре»  бәйгеһендә лә еңеү яулауына иманым камил. Уңыш тик тырыштарға юлдаш була бит!

Илһам ЛАТИПОВ.

Эльвина – шахмат оҫтаһы!
Эльвина – шахмат оҫтаһы!
Эльвина – шахмат оҫтаһы!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас