Бөтә яңылыҡтар

Мәсетленең уңған ҡыҙы

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы Луиза Кәримова менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул - Мәсетле районының Һөләймән ауылы ҡыҙы. Быйыл Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең I синыфын тамамлаған.

Мәсетленең уңған ҡыҙы
Мәсетленең уңған ҡыҙы

Балалар баҡсаһынан уҡ төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап йөрөгән ҡыҙ, мәктәптә лә һынатмай. Яҡшы уҡыуы, һәр сарала әүҙем ҡатнашыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Аҡыллы, итәғәтле, изге күңелле, ярҙамсыл да үҙе. Синыфташтары араһында ла абруйы ҙур, дуҫтары ла күп. Уҡытыусыһы Гөлшат Ризван ҡыҙы Хәйбуллина ла Луизаны һәр ваҡыт маҡтап телгә ала, башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Математика фәне айырыуса оҡшай уға. Спорт менән дуҫ булғас, физкультураны ла көтөп ала.

Оҙон сәсле һылыу ҡыҙ йыр-моңға ла ғашиҡ, рәсем яһарға ла әүәҫ. Һүрәттәре төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай.Ҡул аҫтында булған материалдарҙан төрлө әйберҙәр эшләү – иң яратҡан шөғөлө. Күңелен һалып башҡарғас,эштәре бик матур килеп сыға. Оригами, пластилиндан һындар яһау менән дә мауыға. Эштәре менән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа алғаны бар. Туған телен яратҡан Луиза шиғыр һөйләү оҫтаһы ла. Мәктәп, район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә лә һынатмай. 

Тырыш ҡыҙ - өйҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла. Алһыу һеңлеһен дә ҡараша, уны уҡырға өйрәтә.

Ата-әсәһен, яҡындарын үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып, һеңлеһенә үрнәк булып, матур хыялдар менән янып йәшәгән Луиза киләсәктә табип булырға теләй. Барлыҡ изге ниәттәрең тормошҡа ашһын, Алла бирһә! «Йәншишмә» гәзите үткәргән был бәйгелә лә һынатма! Уңыштар һиңә, Мәсетленең уңған ҡыҙы!

Ю.Әхмәтйәнова.

 

Мәсетленең уңған ҡыҙы
Мәсетленең уңған ҡыҙы
Мәсетленең уңған ҡыҙы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в