+25 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙең Айҙар бит ул!

Әллә күпме миҙал таҡҡан был малайҙың кем икәнен белгегеҙ киләме? Айҙар Хизбуллин ул! Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы лицейының II синыфын уңышлы тамамлаған. 

Үҙебеҙҙең Айҙар бит ул!
Үҙебеҙҙең Айҙар бит ул!

Биш йәшенән шахмат менән мауыға. "Пешечка" шахмат клубында шөғөлләнә ул.  

Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, уңыштары һанап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, үҙ тиҫтерҙәре араһында төньяҡ -көнсығыш райондарының шахмат бәйгеһе еңеүсеһе булған, Рауил Фәйрүзов хөрмәтенә уҙғарылған турнирҙа икенсе урын яулаған. Тренеры Имаметдин Ғимал улы Бәширов үҙен һәр саҡ маҡтап телгә ала.

Айҙар математика фәнен үҙ итә, спорт менән дә дуҫ. Йыр-бейеүгә лә маһир. Күп малайҙар кеүек үк футбол уйнарға ярата, эт-бесәйҙәр тәрбиәләй.

Айҙар татыу һәм мөхәббәтле ғаиләлә ҡанат нығыта. Ата-әсәһенең – ярҙамсыһы, Зарина апаһының терәге ул. Әйткәндәй, шахмат уйнарға ла уға ҡарап өйрәнгән.

Урал батырҙай ҡыйыу, уңған, тырыш булып үҫеп килгән шәп малайҙың был бәйгелә лә һынатмауын теләйем. Уңыштар һиңә, Айҙар!

Илһам ЛАТИПОВ.

Ҡыйғы районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в