

Алһыу башланғыс синыфтарҙан уҡ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бигерәк тә математика, геометрия, тарих, физик тәрбиә дәрестәрен көтөп ала. Ошо фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашып тора. Инглиз телен ярата, өҫтәмә дәрестәр ала. Ә башҡорт теленән иһә йыш ҡына призлы урындар яулай.Бөтә күңелен биреп башҡарған яратҡан шөғөлө лә бар ҡыҙҙың. Ул мөғжизәле бейеү донъяһын үҙ итә. Алһыу – Екатерина Андреевна Гайдук етәкләгән “Башмачок” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең ҙурҙар төркөмө солисы. Бейеүселәр бер нисә йыл эсендә республикабыҙ ҡала-райондарын ғына урап сыҡмаған, Ҡазан, Сочи, Түбәнге Новгород, хатта Мәскәүҙе лә яуларға өлгөргән. Һәр сәйәхәттән әйтеп бөтөргөһөҙ тойғолар, күтәренке кәйеф һәм приздар менән ҡайтабыҙ, ти Алһыу. Киләсәктә хореограф булырға теләүе лә ғәжәп түгел.
Алһыуҙың әсәһе Гөлназ Альберт ҡыҙы һәм атаһы Ирек Хәлим улы ҡыҙҙарының шөғөлдәрен хуплай ғына. Бәләкәстәре Алмаз менән Әлиә лә апаларынан ҡалышмай – шулай уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр.
Бар башланғыстарҙа балаларына терәк булған, рухи аҙыҡ, яҡшы тәрбиә бирергә тырышҡан ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнә лә инде буласаҡ йондоҙҙар! Алһыуға был бәйгелә лә уңыш юлдаш булһын!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.