+21 °С
Болотло
VKOKTelegram

Бөрйәнемдең шәп егете!

Бөгөн һеҙҙе Азамат Ҡарағолов исемле шәп егет менән таныштырмаҡсымын. Ул Бөрйән районының Байназар мәктәбенең VIII синыфын тамамланы.

Бөрйәнемдең шәп егете!Бөрйәнемдең шәп егете!
Бөрйәнемдең шәп егете!

Азамат - бар яҡтан да һәләтле, тырыш, маҡсатлы егет. Үҙе хикәйәләр, шиғырҙар ижад итә. Шиғырҙарҙы тасуири итеп яттан һөйләп, видеолар төшөрөп, район, республика кимәлдәге уҙғарылған конкурстарҙа  еңеүҙәр яулай.

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Ижад ҡомары" һәм "Сәсмә әҫәрҙәр" бәйгеһенең 1-се өлөшөндә еңеүсе булып, баш ҡалаға байрам сараһына барып ҡайтты. Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы үткәргән башҡорт телен пропагандалауға арналған "Социаль видеоролик" конкурсында 2 -се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Азаматтың еңеүҙәрен һанап бөткөһөҙ.
"Аманат" журналы һәм "Йәншишмә"гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә ул. Хатта та "Һеңлекәш" фильмында ла төшкән. Мәктәптең «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә бейергә лә өлгөрә. Бәләкәй сағынан алып футбол, хоккей уйнарға ярата.Үҙен "Салауат Юлаев" хоккей командаһының иң тоғро көйәрмәне тип әйтергә лә мөмкин, сөнки бер матчын да ҡалдырмай, ҡарап бара икән.
Буш ваҡыттарын да бушҡа уҙғармай. Ағиҙел буйына төшөп балыҡ ҡармаҡлай, йорт-ҡура, баҡса эштәрендә ярҙамлаша.
Уҡыуҙан да һынатмай,тырыш,күпте белә Азамат. Бигерәк тә урыҫ теле менән химия дәрестәрен ярата,ә ҙурайғас, медбрат булырға хыяллана.
Азаматҡа киләсәктә уҡыуында уңыштар, яулайһы еңеүҙәре күп булһын һәм хыялдары тормошҡа ашыуын теләйем!

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Бөрйәнемдең шәп егете!
Бөрйәнемдең шәп егете!
Бөрйәнемдең шәп егете!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас