+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Батыр төйәгенән бит ул!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенә үҙемдең дуҫым хаҡында яҙып ебәрергә булдым. Милли батырыбыҙҙың тыуған төйәге Салауат районы егете Камил Камалов хаҡында һүҙем.  Ул Әлкә мәктәбенең VIII синыфын тамамланы.

Батыр төйәгенән бит ул!
Батыр төйәгенән бит ул!

Бик уңған, тырыш, аҡыллы, тәртипле, әүҙем Камил - бар яҡтан да килгән шәп егет. Уҡыуҙа ла, мәктәп тормошонда ла һынатмай. Ниндәй генә сара үткәрелмәһен, берәүһенән дә ситтә ҡалғаны юҡ. Район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Ә еңеүҙәр яулап алған Маҡтау ҡағыҙҙары, диплом, миҙалдарының иҫәбе-хисабы юҡ!

Сәләмәт тормош яҡлы булған Камил спорт менән дә дуҫ. Шуға ла физкультура дәресен көтөп ала ул. Мәктәбебеҙҙә эшләп килгән ҡатнаш көрәш секцияһына бик теләп йөрөй. Көрәш, бокс менән мауыға. Ошо спорт төрҙәре буйынса үткән ярыштарҙа ҡатнашып, әллә күпме еңеүҙәр ҙә яулап өлгөргән. Күптән түгел генә Ҡазанға барып, ҡатнаш көрәш буйынса Татарстан чемпионы булып ҡайтты. Уның өсөн бик ҡыуандыҡ. Тренеры Айвар Радик улы Сәҙретдинов та үҙен һәр ваҡыт маҡтап телгә ала, башҡаларға өлгө итеп ҡуя.

Камил киләсәктә Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләргә хыяллана. Синыфташтары, дуҫтары араһында ярҙамсыл, ҡыйыу, әүҙем булыуы менән айырылып торған егет алдына ана шундай ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Уның һымаҡ тырыштар һәр ваҡыт моратына ирешә ул. Камилға ла бары тик уңыштар ғына теләйем!

Милена ХӘКИМОВА.

Салауат районы, Әлкә мәктәбе.

 

Батыр төйәгенән бит ул!
Батыр төйәгенән бит ул!
Батыр төйәгенән бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: