+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй актёр

Һүрәттәге был малайҙы белмәүселәр һирәктер. Эйе, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмында төп ролде - Йәмилде  уйнаған Арыҫлан Ҡырымсурин ул!

Бәләкәй актёр
Бәләкәй актёр

Өфөләге 161-се  лицейҙың III синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.

Фантазияға бай, матур фекерләй белгән, әүҙем, өлгөр, тырыш Арыҫлан лицей тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнаша. Йыр-моңға маһир, сәнғәткә ғашиҡ, тасуири итеп шиғыр һөйләү оҫтаһы ла. Былтырғы уҡыу йылында «Илһам» конкурсында еңеүсе, төбәк-ара «Диктор тауышы» бәйгеһендә призёр булған.

Бәләкәй актёр дүрт йәшенән «Сәңгелдәк» тапшырыуын алып барған, Рәми Ғариповҡа арналған фильмда бәләкәй Рәмиҙе лә уйнаған. Арыҫлан Рубик кубигын йыйыу менән дә мауыға. Зирәк булғас, "һә" тигәнсе йыя уны.

Телһөйәр, илһөйәр, рухлы Арыҫлан татыу һәм мөхәббәтле ғаиләлә ҡанат нығыта. Ата-әсәһенең  терәге, һеңлеһенә хәстәрлекле ағай ул.

Урал батырҙай ҡыйыу, тырыш, уңған булып үҫеп килгән Арыҫланға уңыштар ғына юлдаш булһын!

Бәләкәй актёр
Бәләкәй актёр
Бәләкәй актёр
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: