+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Зарина – шахмат оҫтаһы

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы – Ҡыйғы районынан Зарина Хизбуллина.

Зарина – шахмат оҫтаһы
Зарина – шахмат оҫтаһы

Үрге Ҡыйғы лицейының IV синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ул.

Зарина 5 йәшенән шахмат менән мауыға, «Пешечка» шахмат клубында шөғөлләнә. Тренеры Имаметдин Ғимал улы Бәширов үҙен гел маҡтап телгә ала.

Алдына ҡуйған маҡсаттарына ҡыйыу атлаған тырыш ҡыҙ еңеү артынан еңеүҙәр яулап, яҡындарын һөйөндөрөп кенә тора. Үҙ тиҫтерҙәре араһында төньяҡ-көнсығыш райондарының әллә күпме шахмат бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алырға өлгөргән.Рауил Фәйрүзов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа икенсе урынды эләктергән. Март айында Өфөләге Ufa Chess шахмат академияһының яҙғы кубогында беренсе урынға лайыҡ булған. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физик культура-спорт комплексының бронза билдәһенә лә эйә Зарина, танытма, Рәхмәт хаты менән бүләкләгәндәр үҙен. Һәр еңеүе өсөн тапшырылған миҙал, диплом, Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлай ҡыҙыҡай.

Шахмат донъяһына мөкиббән киткән Зарина ҡул эштәренә лә маһир. Буш ваҡыты килеп сығыу менән сигеү сигә, мәрйендән төрлө биҙәүестәр эшләй.

Ҡустыһы Айҙар менән ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙам итәләр. Үҙ-ара ла татыуҙар, һәр ваҡыт бергә йөрөйҙәр.

Шахмат ене ҡағылған Заринаға был бәйгелә лә уңыштар юлдаш булһын!

Илһам ЛАТИПОВ.

Зарина – шахмат оҫтаһы
Зарина – шахмат оҫтаһы
Зарина – шахмат оҫтаһы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: