+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә

Маҡсатһыҙ кеше -ҡанатһыҙ, тиҙәр. Һәр кем үҙ маҡсаты менән йәшәй, ләкин ул ҡырыҫ, текә юлдарҙан тора. Бары тик ихтыяр көсө, ныҡышмал, тырыш булыу һәм үҙ өҫтөңдә эшләү ҙур еңеүгә алып килә.Һеҙҙе Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының XI синыфын тамамлаған, күптәнге хыялына, төп маҡсатына ирешкән Ибраһим Азаматов менан таныштырам.

Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә
Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә

Егет уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән үк шуҡ, хәрәкәтсән малай булып үҫә. "Баланың бер сәғәт тә буш ваҡыты булырға тейеш түгел", тип үҫтергәндәр егетте. Шуға күрә лә Ибраһим үҙ өҫтөндә эшләүгә, айырыуса физик яҡтан нығыныуға ҙур иғтибар бүлгән. Тап ошо сифаттары уға ҙур уңыштарға ирешеүгә нигеҙ булып торалыр ҙа.
Бәләкәйҙән футбол секцияһында шөғөлләнә башлай. Футболға йөрөгәндә "Баймаҡ" командаһының командиры була. Республикала район йыйылмаһы менән 4-се урын яулап, иң мәргән һөжүм итеүсе булып ҡайта. Башланғыс синыфтарҙа Лилиә Ғәзизйән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкселегендә "Сулпылар" бейеү түңәрәгендә башланғыс алып, артабан Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Радик Шамил улы Бакиров етәкләгән "Саптар" бейеү студияһында бейеүен дауам итә. "Саптар"ҙар менән Туапсе, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларына барып Гран-при, беренсе урын яулап ҡайталар. Шулай итеп, спорт һәм бейеү егет өсөн гел йәнәш килә.
Урта синыфтарға еткәс, Ибраһим үҙен төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, айырыуса физик яҡтан үҙен һынап ҡарай, ләкин һәр ваҡыт 2-се урында ҡалып бара. Был бары тик уны сәмләндерә генә. X синыфта районда физкультуранан бәйгелә еңеп, беренсе тапҡыр республика этабына сығып, унда призёр булып таныла. XI синыфта олимпиада әҙерлегенә бик күп ваҡыт, көс китһә лә, уҡытыусыһы  Азат Әхәт улы Сыңғыҙов етәкселегендә ныҡлы әҙерләнеп, республика кимәлендә еңеп сығып, Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән физкультура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу бәхете тейә. Унда 280 кеше араһында Ибраһим призёр булып таныла.

-Әлбиттә, был ҡаҙанышым минең генә түгел, ә уҡытыусымдың, мәктәп етәкселегенең, атай-әсәйемдең дә хеҙмәт емеше, тип уйлайым. Спорт тәнде генә түгел, ә рухты ла нығыта, маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмал булырға өйрәтә һәм ихтыяр көсө тәрбиәләй.Спорт менән шөғөлләнгән кеше насар ғәҙәттәр менән мауыҡмай, үҙенең организмын тыңларға өйрәнә,- ти егет.
Ибраһимға:"Афарин!" - тип әйтергә генә ҡала. Һәр ваҡыт әлегеләй үҙ маҡсаттарыңа тоғро, ҡыйыу, тырыш булып ҡал,йәме!

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.

Баймаҡ ҡалаһы.

Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә
Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә
Ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына үҙ маҡсатына ирешә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: