-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул - Белорет районы Аҙнағол ауылы егете Вилнур Фәхретдинов.

Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!
Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!

Бәләкәй саҡтан йор һүҙле, уңған,зирәк, ипле булып үҫә Вилнур. Кеселәрҙе, ололарҙы ихтирам итә. Аҙнағол ауылы клубында бейеү, йыр конкурстарында, концерттарҙа ихлас ҡатнашып йөрөй. Үҙҙәрендә мәктәп булмағанлыҡтан, I синыфтан күрше Сермән ауылына көн дә йөрөп уҡый. Уҡыуға бик етди ҡарағас, сатлама һыуыҡтарҙа ла уҡыу ҡалдырмай ул.

 Вилнур яны уҡыу йылында IX синыфҡа бара. Яҡшы уҡый, "дүртле" һәм "бишле"гә генә өлгәшә. Бар фәндәрҙе лә яратып өйрәнә. Ул ғына ла түгел, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй шәп егет.Әүҙем булғас, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана ойошторған сараларҙан да ситтә ҡалмай.

 Таиланд боксы секцияһына, ҡурай, шахмат түңәрәктәренә яратып йөрөй. Ошо йүнәлештәр буйынса һәр бәйгелә ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай. Мәҫәлән, «Тере классика» Бөтә Рәсәй конкурсының район этабында, «Аманат»  журналы үткәргән «Ҡурай аманаты» асыҡ республика балалар-үҫмерҙәр ҡурайсылар онлайн бәйгеһендә, район ҡурайсылар  ярышында призлы урындар яулаған. Ә «Аҡ ладья» шахмат турнирында бер нисә тапҡыр еңеүсе булған.

Вилнур киләсәктә хәрби булырга хыяллана. Шуға спорт менән дә дуҫ, сәләмәт тормош алып бара.

Өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, таянысы ла ул. Айлина һеңлеһен дә ҡараша, йорт-ҡура тирәһен тәртиптә тота.

Һәр минутын файҙалы үткәрергә яратҡан егет киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп йәшәй, маҡсаттарына ҡыйыу ынтыла.

Гөлфиә СӘФӘРҒӘЛИНА.

Белорет районы.

Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!
Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!
Үҙебеҙҙең шәп егет бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: