+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әлшәй һылыуҡайы

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – Әлшәй һылыуы Аделина Насирова. Раевка ауылы гимназияһының X синыфын тамамлаған ҡыҙ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, айырыуса тарих, математика, химия фәндәрен теләп өйрәнә.

Әлшәй һылыуҡайы
Әлшәй һылыуҡайы

Гимназияла ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмаған Аделина район, республика кимәлендә үткән төрлө олимпиада, бәйгеләрҙә лә йыш ҡатнаша. Өлгәшкән уңыштары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадаларҙа урыҫ теле, биология, математика буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған район конкурсында «Һүрәт» номинацияһында, Пионерҙар йортонда уҙған «Модалы шоу» бәйгеһендә «Иң яҡшы стилист» номинацияһында бүләкләнгән. «Мультимедия донъяһы» район конкурсында «Йәш аниматор» номинацияһына һәм беренсе урынға лайыҡ булған. Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған «Тарих биттәре» фестиваль марафонында призёр булырға ла өлгөргән.

Аделина спорт менән дә дуҫ. Физькултура дәрестәрен көтөп ала, синыфтарында ҡыҙҙар араһында ғына түгел, егеттәргә ҡарағанда ла күнекмәләрҙе иң күбе эшләүсе лә ул, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ла йыш ҡатнаша. 2020 йылда «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) Бөтә Рәсәй физик культура-спорт комплексының танытмаһына һәм бронза значогына эйә булған.

Уңған ҡыҙҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар. Ул – бейеү. Бәләкәйҙән төрлө халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡара. Бейеү сәнғәтенә булған һөйөүө Аделинаны Балалар сәнғәт мәктәбенә алып килгәндер ҙә. Бында ул алты йыл буйы хореография бүлегендә уҡыған. 2019 йылда танытма тапшырғандар үҙенә. Ансамблдәре менән ниндәй генә сараларҙы биҙәмәгән дә ниндәй генә бәйгеләрҙә ҡатнашмаған улар. Бейергә яратҡас, гимназия сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай.

Тыйнаҡлылыҡ, нәзәкәтлелек, ихласлыҡ кеүек башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас иң күркәм сифаттарҙы үҙенә туплаған Аделина киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар ҡороп йәшәй. Ниндәй һөнәр һайларға теләүен әлегә сер итеп һаҡлай ҡыҙ. Әммә кем генә булһа ла, уның Тыуған илебеҙ өсөн файҙалы кеше булып, тормошта үҙ урынын табырына иманым камил. Сөнки тырыш, ҡыйыу, рухлы башҡорт ҡыҙының яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгел. Уға бары тик уңыштар ғына теләйек!

Юлиә КИРӘЕВА.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: