+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең июль айы еңеүселәрен билдәләү ваҡыты ла килеп етте. Был юлы Белорет, Әлшәй, Ҡыйғы, Ғафури райондарынан, Өфө, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан өс егет һәм дүрт ҡыҙ һынау тотто.

Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!

Республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән иң шәп, иң әүҙем, иң һәләтле уҡыусылар хаҡында уҡып, моғайын, һеҙ ҙә ҡыуанғанһығыҙҙыр. Ә бөгөн улар араһынан Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы билдәләү маҡсатында тауыш биреүҙе башлайбыҙ. Ул 8 авгусҡа сәғәт көндөҙгө 12-гә тиклем дауам итә. Кемдәрҙең еңеүсе булыуы һеҙҙән тора, дуҫтар. Тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ!

 

Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Урал батырҙай егет менән Һомайҙай һылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: