+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңған ҡыҙ ул Дилиә!

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенә үҙемдең синыфташым Дилиә Зәйнуллина тураһында яҙып ебәрергә булдым.

Уңған ҡыҙ ул Дилиә!
Уңған ҡыҙ ул Дилиә!

Дилиә - Бөрйән районы Байназар ауылы ҡыҙы. Быйыл VII синыфҡа бара. Беҙҙең синыфтың уҡыу алдынғыһы ул. Бик тырыша, дәрестәрҙә лә гел әүҙемлек күрһәтә. Күпте белә шул. 

Синыфташым өйгә эштәрен гел әҙерләп йөрөй. Бер ҙә насар билдә алғаны юҡ. Мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. бар яҡтан да килгән, уңған, өлгөр ҡыҙ ул!

Спортҡа ла шәп үҙе. Физкультура дәресендә йүгергәндә финишҡа иң беренсе булып килә. Футбол, волейбол, баскетболды ла оҫта уйнай.

Һомайҙай һылыу, рухлы, уңған Дилиәнең был бәйгелә лә һынатмауын теләйем!

Әлфинә МОСТАФИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Уңған ҡыҙ ул Дилиә!
Уңған ҡыҙ ул Дилиә!
Уңған ҡыҙ ул Дилиә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: