+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенә ҡыҙым тураһында яҙырға булдым. Алһыу Рафиҡова – Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбендә уҡый. Көҙгә V синыфҡа барасаҡ.

Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

Шул тиклем тырыш уҡыусы ул. Тик «бишле»гә генә өлгәшә. Бөтә фәндәрҙе лә яратып өйрәнә. Мәктә    птә үткән бер саранан да ситә ҡалмай, төрлө олимпиада, ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашып өлгөрә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлап, призер булғайны. Мәктәптә лә һынатмай, уңыштары байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, информатика, тәбиғәтте өйрәнеү, тарих буйынса Юрий Гагарин Кубогына үткәрелгән олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. «Иң яҡшы уҡыусы» конкурсында III урын яуланы.

Һәр яҡтан да әүҙем булырға өйрәнгән Алһыу Музыка мәктәбендәг бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ансамблдаре менән Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән һәр сараны биҙәй улар, төрлө конкурстарҙа ла йыш ҡатнашалар. Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙым ҡумыҙ ҙа ла уйнай белә.

Өйҙә лә ҙур ярҙамсы ул. Бәләкәс ҡустыһын ҡараша, беҙҙе тәмле салатар, ҡоймаҡ менән һыйлай.

Алһыуыбыҙ бәләкәй сағынан уҡ бик тырыш, креатив, яҡшы ойоштороусы, талантлы ҡыҙ булды. Үҙе уйындар уйлап табып, иптәштәрен дә уйынға йәлеп итеп, ваҡытын уҙғара торғайны. Был сифаттар әле лә бар унда.

Ҡул эшенә лә оҫта үҙе. Сәләндән йөҙөк, алҡа, муйынса кеүек төрлө биҙәүестәр яһай, брелоктор эшләп, әхирәттәрен ҡыуандырып ҡына тора.

Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас нәзәкәтлелек, саялыҡ, уңғанлыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә булған һылыу, рухлы Алһыу ҡыҙымды был бәйгенең еңеҙсеһе итеп күрәм. Сөнки бәләкәй булһа ла Һомайға тиң ҡыҙ бит ул! Үҙенә бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ!

Гөлназ ТАШБУЛАТОВА.

Көйөргәҙе районы.

 

 

 

 

Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: