+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө

Рамаҙан Зарипов Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се  башҡорт интернат-гимназияһында уҡый. Тиҙҙән  IV cиныфҡа барасаҡ. Ул милли йәйәнән уҡ атыу буйынса үҙенең синыф етәксеһе Зөһрә Сәфәрғолова етәкләгән "Аҡтайлаҡ" клубында I синыфтан шөғөлләнә.

Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө
Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө

Рамаҙан – тырыш, маҡсатлы малай. Белем усағында гел “дүртле” һәм  “бишле” билдәләренә генә уҡый. Бар эшкә лә яуаплы ҡарай. Техника ярата. Атаһы менән машина, трактор ремонтлай, бергәләп һүтәләр, йыялар.
Быйылғы "Уғатар" традицион уҡтан атыу буйынса республика балалар фестивале  бәйгеһендә Рамаҙан бик күп мәрәй йыйып, малайҙар араһында беренсе булған. "Мәргән уҡсы" проекты етәксеһе  Юлай Ғәлиуллин Рамаҙандың оҫталығына бик һоҡланған.

Афарин, Рамаҙан! Гел шулай бул, йәме!

Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө
Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө
Рамаҙан – бар яҡтан да өлгөлө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: