+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рухлы башҡорт һылыуы

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенә мин дә ҡыҙым тураһында яҙырға булдым. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей уҡыусыһы – Ғәлиә Хәмитова тураһында булыр һүҙем.

Рухлы башҡорт һылыуы
Рухлы башҡорт һылыуы

Быйыл Ғәлиә II синыфҡа уҡырға бара. Уҡытыусыһы Зөбәйлә Әүхәҙиә ҡыҙы Тойғонова менән улар белем тауына үрләй.

Бала саҡтан маҡсатына ирешеүсән, сая, ҡыйыу Ғәлиә 4 йәшендә республика кимәлендәге шиғыр һөйләүселәр ярышында икенсе урын яуланы. Район кимәлендә уҙған сараларҙа ла ситтә ҡалмай, бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл иһә Абдулхаҡ Игебаев иҫтәлегенә һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы "Игебаев уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында призер булды.

Йырларға, бейергә лә әүәҫ ул. Башҡорт телен яҡшы белгән, милли мәҙәниәтебеҙгә һәм сәнғәтебеҙгә битараф булмаған ҡыҙыбыҙға яңы уҡыу йылында уңыштар теләйбеҙ!Гел шулай рухлы булып ҡал!

Әлфиә ХӘМИТОВА.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Рухлы башҡорт һылыуы
Рухлы башҡорт һылыуы
Рухлы башҡорт һылыуы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: