+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңыштар һиңә, Шамил!

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы  — Шамил Ишмөхәмәтов. 

Уңыштар һиңә, Шамил!
Уңыштар һиңә, Шамил!

Тырыш, ныҡышмал, уңған Шамил тик "бишле"гә генә өлгәшә, һәр эшкә яуаплы ҡарай, иғтибарлы ла.

Тәбиғәтте ныҡ ярата ул, бәлки, шуғалыр ҙа түбән синыфтарҙа тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү дәресен үҙ итһә, хәҙер биология фәнен яҡын күрә. Һәр дәресте түҙемһеҙләнеп көтөп ала, ентекләп әҙерләнә. Ошо йүнәлеш буйынса төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ла үҙен һынап ҡарай. Уңыштары ла юҡ түгел. Гагарин Кубогына ойошторолған олимпиадала өс йыл рәттән призер булған. "Йәш тикшеренеүселәр" республика конкурсында ла еңеү яулаған.

Шамил спорт менән дә дуҫ, йыр-бейеүгә лә маһир, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй, һәр сарала әүҙемлек күрһәтә.

Илгәҙәк, ихлас, изге күңелле, ярҙамсыл малайҙың дуҫтары ла күп. Синыфташтары ла хөрмәт итә, ярата үҙен. Мәктәптә алдынғы уҡыусы булған Шамил, өйҙә яҡындарының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫә ул. 

Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп йәшәгән шәп егеткә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

 

 

Уңыштар һиңә, Шамил!
Уңыштар һиңә, Шамил!
Уңыштар һиңә, Шамил!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: